

Хәҙер республика беҙҙең биш тәбиғәт паркының – “Асылыкүл”, ”Ҡандракүл”, ”Мораҙым тарлауығы”, ”Еҙем” һәм ”Ирәмәл” парктарының – мөмкинлектәрен файҙаланып, әлеге проектҡа ингән туристик маршруттарҙы әүҙем үҫтерергә, танытырға тотонасаҡ.
Проектҡа инеү, тимәк, Рәсәйҙән генә түгел, ә сит илдәрҙән дә күп һанлы туристарҙы йәлеп итеү, тигән һүҙ.
“Бөйөк Урал юлы” менән бөтә мөмкинлекте файҙаланғанда, беҙгә килгән ҡунаҡтар һанын күп тапҡырға арттырып була.
Иҫләйһегеҙҙер:
Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда... (Р. Ниғмәти, “Йәмле Ағиҙел буйҙары”)
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-y-k-Ural-yuli-ay-an-t-21460/