Новости
27 Ноябрь 2019, 11:35

"Ҡырым" күперен урлағандар!

Ҡурҡмағыҙ, тиҫтәләрсә миллиард һум торған "Крымский мост" урынында ул. Архангель районында Ҡурғашлы йылғаһы аша ҡоролманы Ҡырымдағы күпер менән бер үк мәлдә төҙөгәндәр, шуға күрә урындағы халыҡ «Ҡырым күпере» тип йөрөткән. 26 ноябргә ҡараған төндә уны урлағандар.

16 метрлыҡ йәйәүлеләр үтә торған күперҙе тәүҙә ике өлөшкә бүлгәндәр. Һуңынан ярға сығарып, секцияларға айырып, йөк машинаһына тейәп алып киткәндәр. Бригада бер нисә сәғәт буйына эшләгән, ләкин ҡарауылсы тауыш күтәрмәгән, сөнки эштәрҙе ошо күперҙе һалған урындағы эшҡыуар Вадим Зайцев ойошторғандыр тип уйлаған. Әйткәндәй, ул өс йыл элек төҙөлөшкә 100 мең һумдан ашыу аҡса исрафлаған булған.

Эшҡыуар әйтеүенсә, күпер менән бергә һаҡсының вагонсығын да алып киткәндәр.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/irim-k-peren-urla-andar-20360/

Читайте нас