

- Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң тәүге йылдарҙа Рәсәйҙә ҡарауһыҙ ҡалған балалар, үҫмерҙәр күбәйә. Берәҙәктәр урлашыу, хулиганлыҡ менән көн күрә . Уларҙы йыйып, тәрбиәгә һәм уҡытырға тырышҡан махсус мәктәптәр барлыҡҡа килә.
“Достоевский исемендәге шәхси-социаль тәрбиә мәктәбе” – шундай уҡыу йорттарың береһе. “ШКИД” – мәктәптең ҡыҫҡартып алынған исеме. “Республика ШКИД” повесының авторҙары Григорий Белых һәм Алексей Еремеев (псевдонимы – Л.Пантелеев) ошо мәктәптә тәрбиәләнгән. Улар оло тормошҡа киткәс, өс йылдан һуң ошо әҫәрҙе ижад итә һәм повесть Ленинградтағы дәүләт нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлегенә килеп эләгә. Евгений Шварц менән Самуил Маршак мөхәррирләүе һәм фатихаһы менән 1927 йылда “Республика ШКИД” китап булып сыға. Әҫәр халыҡ араһында тиҙ таралып, танылыу яулай.
1960 йылдарға тиклем повесть ҡабатлап баҫтырылмай, шулай ҙа билдәлелеген юғалтмай. 1966 йылда режиссёр Геннадий Полока «Ленфильм» киностудияһында уның буйынса кинофильм төшөрә. 2013 йылда повесть Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы "ШКИД"ты мәктәп балалары һәм үҫмерҙәргә үҙаллы уҡыу өсөн 100 китап исемлегенә индерелә. Тимәк, әҫәрҙә яҡтыртылған тема бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ошо көндәрҙә “Республика ШКИД” повесы буйынса спектакль сығара. Режиссеры – республикабыҙҙың Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мәсәлим Күлбаев. Спектаклдең премьераһы – 29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-sht-r-teatrinda-ya-i-premera-20333/