Новости
27 Ноябрь 2019, 09:05

Әсә менән ҡыҙ бысаҡҡа йәбешкәндәр

Башҡортостандан әсәле-ҡыҙлы күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына ҡунаҡҡа баралар. Улар ҡаланың Автоград районында бер фатирҙы ҡуртымға ала һәм кәйеф-сафа ҡорорға уйлайҙар.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, өҫтәл артында туғандар араһында ни сәбәптәндер низағ сыға. Нимә бүлешә алмағандарҙыр әсә менән ҡыҙ, билдәһеҙ, бәлки, араҡы шауҡымы ла уларҙың аңын томалағандыр, тик ҡунаҡ өҫтәленең йәме китә. Шайтан һыуынан иҫергән 18 йәшлек ҡыҙ... ҡулына бысаҡ алып әсәһенә ташлана һәм ғәзизенең эсен яралай. 39 йәшлек әсә кеше лә ҡыҙын тынысландыраһы урынға, ҡыҙына бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә.

Башҡортостан "ҡунаҡ"тарын дауаханаға оҙаталар. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана. Нимә генә булмаһын, әлеге лә баяғы шайтан һыуы туғандарҙың ғауғалашыуына килтергәндер, күрәһең...https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-men-n-i-bisa-a-y-beshk-nd-r-18787/
Читайте нас