Новости
27 Ноябрь 2019, 06:05

РобоДала-2019!

7 декабрҙә Аҡъярҙа робототехника буйынса балаларҙың Урал аръяғы чемпионаты үтәсәк.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған сара Аҡъярҙың 2-се һанлы мәктәбендә ойошторола.

Чемпионат сиктәрендә RoboHockey, "Майло йыйылмаһы", "Атлаған роботтар көрәше" (1-6 синыфтар), "Сортлаусы" (7-11 синыфтар), "Траектория буйынса ярыштар" кеүек бәйгеләр, "Роботтар тау эшендә" темаһы буйынса проекттарҙы яҡлау ҡаралған.

Чемпионатта 4 йәштән алып 17 йәшкәсә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

Ярыштарҙа командалар сығыш яһай.

Ҡатнашырға теләүселәр электрон почта аша заявканы 1 декабргә тиклем бирә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте электрон почта аша akyar2@mail.ru, йәки телефондар аша алырға мөмкин: 8-927-962-8467 (дөйөм һорауҙар), 8-34758-22406 (регламент буйынса һорауҙар).

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/RoboDala-2019-19731/

Читайте нас