Байрам бик бай йөкмәткеле булырға оҡшай: театрлаштырылған концерт программаһы, милли йолалар күрһәтеү, уйындар (ҡаҙҙар ярышы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тиҙлеккә ҡаҙ йолҡоу һ.б.), алдан иғлан ителгән конкурстарҙа (“Ҡупшы ҡаҙ” конкурсы, ҡаҙ итенән төрлө яҡшы рецепттар конкурсы, ҡаҙ мамығы тултырылған мердәрҙәргә иң матур мендәр тышы конкурсы, ҡулдан эшләнгән иң матур ҡаҙ конкурсы, ошо уҡ темаға балалар рәсемдәре конкурсы) еңеүселәрҙе бүләкләү. 48 эшҡыуар һәм райондың иң яҡшы шәхси хужалыҡ хужалары ҡатнашлығында йәрминкә лә буасаҡ. Был көндә теләге булғандар мамыҡ-ҡаурый сеймалын “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенә 40 процентҡа ҡиммәрерәк хаҡ менән тапшыра аласаҡ. Ирекмәндәр сара барышында лоторей билеттары таратасаҡ. Унда төп приз – туңдырылған ҡаҙ түшкәһе уйнатыласаҡ. Ә ҡалғанын байрамға килгәс күрерһегеҙ, унда ҡыҙыҡлы нимәләр күп буласаҡ.