Новости
27 Ноябрь 2019, 09:25

Эш урынында ҡаза күреүселәргә – автомобилдәр

Ағымдағы йылда Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе хеҙмәт урынында ҡазаланыусыларға 33 автомобиль тапшырған. Ошо көндәрҙә махсус идара итеү ҡорамалы менән йыһазландырылған автомобилгә мохтаж 18 кешегә “LADA Granta” асҡысы бирелде. Әйтергә кәрәк, ҡаза күреүселәрҙе социаль реабилитациялау сараһы булараҡ, автомобиль тулыһынса бушлай тапшырыла.

Автомобиль алыусыларҙың барыһы ла бәхетһеҙ осраҡ мәлендә рәсми рәүештә эшләгән һәм был уларҙы яҡлау өсөн гарантия булып торған. Билдәле булыуынса, рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан һәр кеше мотлаҡ социаль страховкалау системаһында автоматик рәүештә страховкалана. Был осраҡта һүҙ производстволағы бәхетһеҙ осраҡтар һәм һөнәри ауырыуҙар тураһында бара.
Эш урынында сәләмәтлеген юғалтыусылар медицина, социаль һәм һөнәри реабилитацияға киткән өҫтәмә сығымдарын ҡаплатыуға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, бәхетһеҙ осраҡтан һуң талап ителгән ҡиммәтле дауалау, протез ҡуйыу, дарыуҙар һатып алыу, шифахана-курорт дауалауы һәм башҡалар.
2001 йылда ғәмәлгә ингән законға ярашлы бөгөнгәсә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе хеҙмәт урынында ҡаза күреүселәргә 1200 автомобиль тапшырған.
– Был транспорт сараһы һеҙҙең йәшәйешегеҙҙе аҙ булһа ла яҡшыртһын, еңеләйтһен, тормоштоң уртаһында ҡайнарға ярҙам итһен, – тине яңы автомобилдәрҙе тапшырыу мәлендә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов. https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Esh-urininda-aza-k-re-sel-rg--avtomobild-r-19546/
Читайте нас