

Быға тиклем һылыуҡай "Miss Eco teen RB", "Башҡортостан һылыуы - 2018", "Башҡортостан ынйыһы" конкурстарында еңеүҙәр яулаған.
Мысырҙағы бәйгене Берләшкән милләттәр ойошмаһы тәүгә ойоштора. Унда төрлө илдәрҙән 16-19 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша. Улар илдең төрлө ҡалалалры буйлап сәйәхәт итеп, үҙҙәренең ижади таланттарын, милли кейемдәрен күрһәтәсәк. Наилә иһә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Финал 7 декабрҙә уҙасаҡ.
һылыуҡайҙар сәфәрҙе тәүҙә Ҡаһирә ҡалаһынан башлаясаҡ. Наилә уға осоп барып еткән, конкурсҡа әҙерләнә. Уңыштар теләйбеҙ!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ort-i-ina-Egipetta-e-e--r-tel-yek-19571/