Концерт программаһы менән үрелеп үткән тантанала ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм ил күләмендә билдәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ярыштарҙы асыу тантанаһында Рәсәй ауыр атлетика федерацияһының генераль секретары Александр Кишин, Башҡортостан Республикаһының уҡыусыларҙың физик культураһын тәрбиәләү һәм олимпия резервына әҙерләү идараһы начальнигы Марсель Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Азат Ҡорбанғәлеев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев һүҙ тотто.