

«Иремә СМС-хәбәр килде, мин уға телефонын бирҙем дә, аш-һыу бүлмәһенә киттем. Бер аҙҙан Даян йүгереп килеп инде лә, коттедж отоуы тураһында хәбәр итте. Мин ышанмай торҙом», – тип иҫләй ҡатыны.
Даян ҡыуанысынан һикерә, бер нисә тапҡыр билет һандарын тикшереп ҡарай. Барыһы ла тура килә.
Күптән түгел йорт төҙөгән хужа, отошон аҡсалата алып, төҙөкләндереү эштәренә тотонмаҡсы. Ул ҡағыҙ сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Буш ваҡыттарында фотосессиялар ойоштора, ҡатыны – тегенсе. Буш ваҡыттарында йәш пар сноубордта шыуырға ярата.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/600-me--umli-kottedg-ot-an-19334/