Новости
26 Ноябрь 2019, 10:45

Төнгө тынлыҡты боҙһаң, штраф түлә

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары Федерация советының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына төнгө ваҡытта тынлыҡты боҙоусыларға штраф күләме тураһында үҙгәрештәр индереүен хупланы. Бында һүҙ физик шәхестәр өсөн 3000 һум штраф хаҡында бара.

Әлеге ҡануниәт тәртип һаҡлаусыларға әллә ни ярҙам итмәй, бынан йортта йәшәүселәр зыян күрә. Айырыуса күп ҡатлы йорттарҙың тәүге ҡатында күңел асыу учреждениелары урынлашһа, эш харап.

Өфөлә 86 кафе, бар, ресторан, 41 кальян тартыу урыны, 17 сауна, 113 һыра магазины торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан. Беләһегеҙ, беҙҙә "мәҙәни ял итеү" тигән нәмә йыш ҡына эшләмәй (гулять так гулять, йәғни). Башҡа ҡалаларҙан да ялыуҙар етерлек.

Шуға ла халыҡтың төнгө йоҡоһон нисек тә һаҡлау, тынысыраҡ итеү хаҡында хәстәрлек күреү мотлаҡ. Юридик шәхестәргә, йәғни ойошмаларға штраф күләме ҙурыраҡ булырға тейеш.

Былай 23.00 - 06.00 сәғәттәр арауығында тыныслыҡты боҙмаҫҡа тигән ҡағиҙә бар барлыҡҡа. буш ҡына ҡағиҙәне кем үтәһен? Бәғзе бер төндәрҙә беҙҙә тормош тап ошо ваҡыттарҙа гөрләй ҙә һуң...

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/T-ng-tinli-ti-bo-a--shtraf-t-l-18489/

Читайте нас