

Алдан уҡ иҫкәртәбеҙ: күрһәткестәр уртаса (банкта минең аҡсам юҡ, күршемдеке 100 мең һум, уртаса икебеҙгә 50 мең һум һаҡлайбыҙ).
Мәскәү кешеләренә уртаса 800 мең һум тура килә. Был башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, алты тапҡырға күберәк. Мәскәү бит ул!
Ил буйынса күрһәткес – 200 мең һум. Йәғни һәр кемдең уртаса шул сама аҡсаһы банкта һаҡлана.
2018 йылға ҡарағанда депозиттар күләме туғыҙ процентҡа артҡан. Яҡшы ла инде. Тимәк, тотонорға ғына түгел, ә һаҡларға, йыйырға ла өйрәнеп киләбеҙ.
Банкала һаҡлау лутсыраҡ, тине әсе телле берәү...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Mine-bankta-a-la-an-a-sam-18440/