Мәғлүм булыуынса, Рәмилдең пуляһы хеҙмәттәше Евгений Графовҡа ла тейә. Бөгөн Евгений Мәскәү госпиталендә дауалана. Табиптар уның хәле ауыр тип билдәләй. Ошо көндәрҙә Рәмил Шәмсетдинов егеттең атай-әсәһенә шылтыратып ғәфү үтенгән, уға атырға теләмәүен, бының яңылыш булыуын әйткән.