

43 йәшлек эшсе үҙенең бурыстарын атҡарған – пресс-автоматҡа он, йомортҡа порошогы, һыу һалған һәм ҡамыр баҫыу процесын тоҡандырып ебәргән. Бер ваҡыт шыйыҡ ҡамыр шнекка буялған һәм ҡатын уны таҙартырға булған. “Стоп” төймәһенә баҫып, ул бункерҙы асҡан һәм төп винтты таҙарта башлаған. Тик, идара итеү блогынан һүндерелмәгәнлектән, автомат көтмәгәндә яңынан эшләп киткән һәм ҡатындың уң ҡулын өйрөлтөп, терһәккә тиклем өҙөп алған.
Производство йәрәхәтен алыу буйынса тикшереү уҙғарғандан һуң, пресс-автоматҡа технологик һынау уҙғарылмауы, идара итеү блогының ремонтланмауы асыҡланған. Шулай уҡ эшсе лә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтмәгән – шнекты таҙартҡанда автоматты тулыһынса һүндермәгән, винтты таҙартыу өсөн махсус яйланма ҡулланмаған.
Хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙған ойошма һәм яуаплы кешеләр административ штрафҡа тарттырылған, әлбиттә.
Май айында Сибайҙа ошоға оҡшаш фажиғә булғайны. 53 йәшлек ҡатын ит ярымфабрикаттарын әҙерләгән ваҡытта һул ҡулынан яҙғайны.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bilm-n--erl-g-n-va-itta-ulinan-ya-an-18461/