Новости
26 Ноябрь 2019, 10:10

1-1,5 миллион һум түлә һәм Радик Юлъяҡшинды һатып ал!

Әле эш коллективтары Яңы йыл корпоративтарында күңел асырлыҡ артистар, йырсылар эҙләй. Байрам кисәләренә саҡырыу өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) иң "ҡиммәтле" ҡунаҡ тип табылған.

Ҡазандың «Реальное время» баҫмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Элвин Грей сығышының хаҡы 1-ҙән алып 1,5 миллион һум тәшкил итә. Сумма сәхнәләге ваҡытҡа бәйле - 45 минуттан алып 1 сәғәткә тиклем.

Бер йылда йырсы ике тапҡырға "ҡиммәтләнгән". Былтыр Юлъяҡшинды "ни бары" 500 мең һумға саҡырырға мөмкин ине.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/1-1-5-million-um-t-l--m-Radik-Yulya-shindi-atip-al-18122/

Читайте нас