1919 йылда Үрге Гөлөм ауылында крәҫтиән ғаиләһендә яҡты донъяға килә ул. Атаһы Сөләймән ғүмер буйына яҡташтарының һәм колхоздың мал-тыуарын дауалай. Зифа егәрле, эшһөйәр ҡыҙ булып үҫә, мәктәптә һәр ваҡыт яҡшы иҫәптә була. Ҡыҙының белемгә ынтылышын күреп, Сөләймән уның мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия колледжына уҡырға инеү ҡарарын хуплай. Был 1937 йылда була, ә ике йылдан ҡыҙ, ҡулына диплом алып, йүнәлтмә буйынса Тәтер-Арыҫлан мәктәбенә башланғыс класс балаларын уҡытырға китә.
1940 йылда ул ошо ауыл егете, мәктәптә военрук булып эшләгән Әхмәт Мәһәҙиев менән яҙмышын бәйләй. Бәхетле йәштәрҙең Родриф исемле улдары тыуа. Улар киләсәккә пландар төҙөй, әммә апрелдә Әхмәтте хәрби сборҙарға алалар, ә июндә, беҙҙең илгә немец илбаҫарҙары һөжүм иткәс, уны фронтҡа ебәрәләр. Зифа тәүге айҙарҙа уҡ иренә ҡара ҡағыҙ ала һәм өс айлыҡ улы менән тыуған Үрге Гөлөм ауылына ҡайта.
1941 йылдың сентябрендә ул урындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Бик ауыр була. Балалар ярым ас, дәфтәрҙәр һәм китаптар юҡ, күптәр, ауырлыҡтарға түҙә алмайынса, мәктәпте ташлай. Ундайҙарҙы әсәйебеҙ өйҙәренә барып уҡыта.
1945 йыл. Дошман тар-мар ителә. Яҙ етеү менән аслыҡ-яланғаслыҡ менән көрәшеп йонсоған кешеләр, шул иҫәптән Зифа һәм уның ике йәшлек Родриф улы ла, күптән көткән Еңеү тураһында хәбәрҙе ишетә.
1947 йыл - уның тормошонда бигерәк иҫтәлекле була. Ул ике балалы тол Ғайса Иҙрисовҡа тормошҡа сыға. Зифа етем ҡалған бәләкәстәргә ауырып вафат булған әсәләрен алмаштыра, ә Ғайсаға тоғро һәм ышаныслы тормош иптәше була. Икеһенә өс бала менән улар ғаилә тормошон башлай, ә һуңынан тағы биш сабыйға ғүмер бүләк итәләр. Балалар татыу үҫә, бер-береһенә терәк-таяныс һәм иптәш була. Ғайса һәм Зифа уларҙы лайыҡлы үҫтереү өсөн барыһын да эшләй, белем алырға ярҙам итә. Шулай итеп, Суфия һәм Зәлиә табип, Зәбир һәм Родриф - инженер, Светлана - технолог, Альфред - агроном була, Әлфира технология техникумын тамамлай, ә ошо мәҡәлә авторы, тыуған ауылында ҡалып, водитель булып эшләй.
Әсәйебеҙ, 1941 йылдан башлап һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, Гөлөм башланғыс мәктәбендә директор һәм уҡытыусы булып эшләне. Уға ни тиклем ауыр булыуын күҙ алдына килтерәм. Һигеҙ бала тәрбиәләп, шундай яуаплы вазифала эшләү еңел булмағандыр. Әммә ул бер ваҡытта ла зарланманы, төшөнкөлөккә бирелмәне, ә ауыл балаларына төплө белем биреү өсөн бөтә көсөн һәм белемен һалды, уларҙы тирә-яҡ донъяны яратырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, намыҫлы йәшәргә, ғәҙел булырға өйрәтте. Уның ҡышҡы һыуыҡтарҙа һәм бурандарҙа Стәрлебашҡа йыйылыштарға һәм конференцияларға йөрөгәнен хәтерләйем. Мәктәп йылы һәм уңайлы булһын, балалар бында һәр көн теләп килһен өсөн күп эшләне. Уның хеҙмәте миҙалдар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән лайыҡлы баһаланды. Уға «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелде.
Ата-әсәйебеҙ ҡасандыр атай йортонда ҡабыҙылған ут бер ваҡытта ла һүнмәһен ине тип теләне. Беҙ уларҙың үтенесен үтәнек. Ошо урында ҙур йорт һалып сығып, тормош иптәшем Зилә менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Бөгөн беҙ үҙебеҙ өс ейән һәм ейәнсәр өсөн бәхетле олатай һәм өләсәйе. Улар йыш ҡына беҙгә ҡунаҡҡа ҡайта, һәм беҙ уларҙың ҡарт атаһы һәм ҡарт өләсәһе ниндәй һәйбәт, етди, ғәҙел, яуаплы, сабыр, иғтибарлы, хәстәрлекле, тәү сиратта, башҡа кешеләр тураһында уйлаған, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған кеше булыуҙары тураһында һөйләйбеҙ. Улар ҙа, беҙҙең кеүек үк, ата-әсәйебеҙ менән ғорурлана.
... Ваҡыт бик тиҙ үтә. Уҡыусыларға бында уҡыуы, ә уҡытыусыларға - эшләүе рәхәт булһын өсөн әсәйбеҙ барыһын да кисә генә эшләгән кеүек. Ҡәҙерле һәм һөйөклө әсәйебеҙҙең беҙҙең арала булмауына ла 30 йыл. Әммә уның тураһында иҫтәлек уҡыусыларының, балаларының һәм ейәндәренең хәтерендә мәңге һаҡлана.