Новости
25 Ноябрь 2019, 10:10

Стәрлебаш йәштәр театрының Өфө ҡалаһында еңеүе!

Тәүге тапҡыр «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһында балалар һәм йәштәр театрының I Республика фестивале үтте. Бында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 19 коллектив постановкалар күрһәтте. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» повесы буйынса Стәрлебаш халыҡ STB йәштәр театры ҡуйған «Ата-әсәләрҙе һайламайҙар» спектакле I дәрәжә лауреат Дипломына лайыҡ булды (режиссеры Әлмира Ибраһимова).

«Фестиваль республиканың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейҙары, Рәсәйҙә Театр йылы уңайынан үткәрелә. Балалар һәм йәштәр театрҙарының беренсе фестивале тамашасылар менән артабанғы осрашыуҙар өсөн һәйбәт башланғыс булыр тип уйлайым», - тип билдәләне БР мәҙәниәт министры Рәнис Алтынбаев ошо сағыу ваҡиға тамамланған ваҡытта.
Өлкән остаздары ярҙамында йәш стәрлебаштар профессионализмын һәм һәйбәт актерлыҡ оҫталығын күрһәтеп, үҙҙәрен лайыҡлы танытты. Билдәләп үтергә кәрәк, йәштәр театрының әлеге составы ошо повесть буйынса күп тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм респубика конкурстары лауреаты була. Әммә мәктәпте тамамлағас улар төрлө яҡҡа таралыша. Алмашҡа уларға ижади яҡтан оҫта йәштәр килә. Режиссер Әлмира Ибраһимова һәр балала артистарға хас талантты күреп, уны аса алған: ролдәрҙе оҫта итеп башҡарып, улар әле генә бер, әле генә икенсе персонажға инә, уларҙы күҙәтеп, йәш артистарға һоҡланырға ғына ҡала! Уның театраль студиялағы занятиелары хатта иң йомоҡ балаға ла асылырға ярҙам итә.
Сәхнәлә ата-әсәйһеҙ ҡалған Ильяс исемле малайҙың трагедияһын, һәм балалар йортонда булған етемлек проблемаларын хатта өлкән актерҙар ҙа уйнай алмаҫ ине, сөнки драма ауыр психологик эпизодтар менән тулған. Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы 2014 йылда донъя күрә, унда етем балалар өлөшөнә төшкән әсе яҙмышы, йәмғиәт яғынан уларға ҡарата яғымлы һәм хәстәрлекле мөнәсәбәттәр дефициты тураһында һүҙ бара. Был әҫәре өсөн автор Ш.Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булған. Балалар теманың әһәмиәтлелеген аса алған, улар тамашасыны күп нимә тураһында уйланырға һәм ошо темаға ҙур иғтибар бүлергә мәжбүр иткән.
Йәш стәрлебаштар жюри ағзаларын актерҙарға хас оҫталыҡ һәм сәхнә телмәре менән таң ҡалдырған. Баһалаусылар араһында башҡорт драматургияһының Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Таңсулпан Бабичева кеүек билдәле актерҙар бар ине. Улар айырыуса төп ролде башҡарған Айҙар Маннанов, шулай уҡ Руслан Ғәлиев, Дана Ғәлиеваны билдәләп үттеләр. Өлкәндар араһында Гөлйөҙөм Сәйепова тамашасыларға һәм жюри ағзаларына ҙур йоғонто яһаған. Ул башҡарған балалар йорто мөдире роле иң ауыр ролдәрҙең береһе булып тора. Сәхнәлә ул геройының характерын тулыһынса һәм оҫта итеп күрһәтә алған. Әйткәндәй, 2014 йылда китап сыҡҡандан һуң, повесть авторы тәрбиәләнгән шул балалар йорто директорын вазифаһынан бушатыуҙары тураһында республиканың киң мәғлүмәт сараларында яҙалар.
Күреүебеҙсә, Стәрлебашта театр тәрбиәһе етди ролдәрҙән башлана. STB йәштәр театры актерҙары һәм етәксеһе Әлмира Ибраһимова өсөн, уның һүҙҙәре буйынса, шундай юғары баһа улар өсөн көтөлмәгән бүләк булған. Еңеү яулағандары өсөн коллективҡа, Дипломдан тыш, 30 мең һумға сертификат тапшырғандар. Улар район хакимиәте етәксеһенә ярҙамы һәм улар көсөнә ышанғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтле.
Читайте нас