Новости
25 Ноябрь 2019, 10:05

Шағир ижады менән таныштылар

Балаларҙа лайыҡлы кешеләр үрнәгендә тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү зарур. Әгәр уларға Мостай Кәримдең тыуған илен нисек һөйөүен, шиғырҙарында үҙ халҡына һәм иленә дан йырлауын һөйләһәң, ошо быуын вәкилдәре тыуған иленең ысын патриоты буласаҡ тип ышанысл ы әйтергә мөмкин.

24 октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, беҙ, 4 һанлы «Аҡбуҙат» Стәрлебаш балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре менән бергә, район китапханаһына экскурсияға барҙыҡ. Беҙҙең сәйәхәттең маҡсаты - шағирҙың биографияһы һәм ижады менән танышыу ине.
«Уның йөрәге нисек йырланы...» сараһы барышында китапханасы Илзидә Насирова М.Кәримдең тормошо һәм еңел булмаған ижад юлы, фронтта яраланыуы, үҙен шағир булараҡ һынап ҡарағанда һуғыштан һуңғы ауыр осоро тураһында һөйләне. Балалар уның рус телендә «Тыуған илем» шиғырын илһамланып һөйләне, «Башҡортостан - тыуған ерем» йырын йырланы, шағир ҡатнашлығында һирәк видеокадрҙар ҡараны. Балаларға яҙыусы әҙәрҙәре буйынса пазлдар йыйырға тәҡдим ителде.
Сара өсөн ойошторолған китап күргәҙмәһендә Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы, яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында гәзит-журналдарҙан мәҡәләләр, китаптар һәм фотоальбомдар күрһәтелде.
Сара аҙағында китапханасы балаларға киләсәктә донъя әҙәбиәте хазинаһының өлөшө булған Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән тағы ла нығыраҡ танышыуын теләне.
Читайте нас