Новости
25 Ноябрь 2019, 10:10

Ғаиләһе һәм эше менән бәхетле

«Мин эшемде бик яратам! Бала табыу йортонда әсәйҙәрҙең шат йылмайыуын күреүҙән дә яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин!» – осрашыу ваҡытында әңгәмәсемдең беренсе һүҙҙәре шул булды. Лия Баязитованың (һүрәттә) үҙенең һөнәри вазифаһы буйынса әсәйҙәргә туранан-тура мөнәсәбәте бар. Ул беренсе булып әсәй кешене яңы тыуған сабыйы менән таныштыра, улар араһында күҙгә күренмәгән, әммә бик яҡын бәйләнеште һаҡлай. Бына 28 йыл уға акушерка булараҡ, бәләкәй генә бәхете – сабыйы менән осрашырға ярҙам иткәне өсөн ҡатын-ҡыҙҙар рәхмәттәрен әйтә.

Лия Геннадиевна күп балалы ғаиләлә тыуа. Бала саҡтан әсә наҙына һәм хәстәрлегенә сорналып үҫә, шуға ла, моғайын, тормошонда ла бәхетле. «Акушерлыҡ» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, Лия тыуған ауылы Стәрлебашҡа ҡайта. Бында уны бала табыу бүлегенә тәғәйенләйҙәр. Сабыйҙарҙың донъяға килеүен, әсәйҙәрҙең шатлыҡ йәштәрен, атайҙарының рәхмәтле ҡарашын күреп, ҡыҙ үҙе һайлаған һөнәрҙең дөрөҫлөгөнә инана бара. Һәр ҡатын-ҡыҙ белә, акушерға күп нимә бәйле. Лия бала табыусыларҙы уларҙың иң әһәмиәтле миҙгеленә әҙерләп, һәр ваҡыт уларҙың янында була.
Лия үҙенең бәләкәй генә бәхетен беренсе тапҡыр 27 йәшендә ҡулына ала. Күптән көтөп алған улдарына Денис тип исем ҡушалар, ә ике йылдан уға ҡусты бүләк итәләр. Икенсе улдары Дим исемле. Лия улдарын тейешле тәрбиәләй. Мәктәптә лә, өйҙә лә улар бер ҡасан да әсәйҙәрен ҡыйын хәлдә ҡалдырмай, уның өсөн таяныс булып торалар. Уның беренсе никахы тарҡала. Әммә яҙмыш уны бик һәйбәт кеше – Дауыт Закир улы менән осраштыра. Ул Лияның улдары өсөн яҡшы атай һәм уның үҙе өсөн ышаныслы тормош иптәше. Ҡыҙҙары Данияға ғүмер бирәләр. Ишле ғаиләгә ике бүлмәле фатирҙа ҡыҫынҡыраҡ була һәм улар өй һалырға ҡарар итә. Бына биш йыл инде ғаилә үҙҙәре һалып сыҡҡан матур иркен өйҙә йәшәй. Уны төҙөгәндә бөтөн ғаилә менән бергәләшеп планировкаһын һәм биҙәлешен хәл итәләр. Хәҙер бында ғаилә бәхете, аңлашыу һәм һөйөү хакимлек итә. Өйҙәге төп ҡағиҙә – бер-берең тураһында хәстәрлек күреү. Буш ваҡыттарында Баязитовтар балыҡ тоторға, тәбиғәткә ял итергә сыға. Лия бик бәхетле. Әсә йөрәге балалары өсөн һәр ваҡыт борсола. Шуға күрә йөклөлөктө өҙөргә теләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ул аңламай. Уларҙың ҡайһы берҙәрен өгөтләп, балаһын табырға күндерә. Лияны ҡыйыу рәүештә әсәйҙәрҙе һәм балаларҙы яҡлаусы тип әйтергә мөмкин.
Бөгөнгө көндә Лия Геннадиевна яҡындарының терәген һәм ярҙамын тойоп, алға ышаныслы атлай. Оло улы Денис Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый, уртансыһы Дим инженер һөнәрен һайлап, Өфө авиация университетына уҡырға ингән. Кеселәре Данияға ун йәш.
«Ошо күркәм байрамда барлыҡ әсәләргә нимә теләр инегеҙ?» тигән һорауыма, ул бер аҙ уйланып торғандан һуң былай тип яуап бирҙе: «Минең бөтә кешеләргә лә былай тип мөрәжәғәт иткем килә: бер нимәне лә һуңғыға ҡалдырмағыҙ, әсәйҙәрегеҙҙе ҡосаҡлап, ҡолағына: «Әсәйем! Һин иң-иң яҡшыһы! Мин һине яратам!» тигән һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн байрам йәки тыуған көн еткәнен көтмәгеҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтлерәк һәм иғтибарлыраҡ булайыҡ, айырыуса әсәйҙәребеҙгә ҡарата! Уларға иң мөһим һүҙҙәрегеҙҙе әйтеп өлгөрөгөҙ – был бик мөһим».
Читайте нас