Новости
25 Ноябрь 2019, 05:55

1 мең һумды кире ҡайтарып ала алмай, кешене талаған

23 ноябрҙә таң менән Ишембай ҡалаһында йәшәүсе 67 йәшлек ирҙең фатирына туҡылдаталар. Ишекте асыуы була, шунда уҡ уға йоҙроҡ менән елгәрәләр. Ишекте тибеп асып, 36 йәшлек ир фатир хужаһынан бирәсәккә алған 1 мең һум аҡсаны кире ҡайтарыуын талап итә.

Фатир хужаһының тыпа аҡсаһы булмағас, саҡырылмаған ҡунаҡ уның башына йоҙроҡлап һуҡҡыслай.

Әйтерһең дә, шулай бәргеләһәң, кешенең башынан аҡса ҡойола инде.

Аҡсаһын кире ҡайтарып ала алмағас, йәш ир хужаның ике кеҫә телефонын, паспортын, пенсия таныҡлығын, ИНН, банк картаһын һәм күҙлеген алып тайған.

Фатир хужаһы полицияға мөрәжәғәт иткән.

Кеше талаусыны тотҡандар. Элек урлашҡаны өсөн ултырып сыҡҡан ирҙең 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе мөмкин.

1 мең һум өсөн бит әле...

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/1-me--umdi-kire-aytarip-ala-almay-keshene-tala-an-17561/

Читайте нас