Новости
24 Ноября 2019, 15:40

Ярҙам итегеҙ, ауылдан сыға алмайбыҙ...

Стәрлебаш районындағы Йомағужа ауылы халҡы йылдар дауамында юлһыҙ интегә. Аптырағандан кѳндән республика Башлығына мѳрәжәғәт иткәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомағужа һәм Яңы Ивановка ауылдары араһындағы ѳс саҡрым юл насар хәлдә. Шул сәбәпле урындағы халыҡ транспортта йѳрѳй алмай. Ҡарлы-ямғырлы кѳндәрҙә иһә юл бѳтѳнләй үткеһеҙгә әйләнә. Кешеләр күрше ауыл аша йѳрѳргә тырышһа ла, унда ла юл яҡшынан түгел.

Был инцидент буйынса Стәрлебаш районы хакимиәтенән: "Һеҙҙең Йомағужа – Яңы Ивановка автомобиль юлы хәле буйынса мѳрәжәғәтегеҙ иғтибарға алынды. Беҙ һеҙгә мотлаҡ яуап бирәсәкбеҙ", - тип яуап биргәндәр.

Яуап биреп кенә ҡалмаҫтар, сара ла күрерҙәр тип ышанғы килә.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас