Новости
24 Ноября 2019, 06:00

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған концерт

22 ноябрҙә Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған концерт булған.

Рәсимә Динисламова, Азат Исҡужин, Лина Ҡулбулдина, Вера Горшенина, Иҙел Мәнишев, Радик Далхин, Артур Алсынов, Гөлфиә Хәләфетдинова, «Сулпан» халыҡ йыр ансамбле, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының «Тау гәлсәрҙәре» халыҡ бейеү ансамбле, район мәҙәниәт йортоноң «Шәжәрә» йыр ансамбле ҡатнашлығындағы матур концертты Хәйбулла районының мәҙәниәт бүлеге менән Орск ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы ойошторған.
Тамашасылар район мәҙәниәт йорто артистарын бик йылы ҡаршы алған, һәр сығышты алҡыштарға күмгән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublikabi-i-100-yilli-ina-arnal-an-kontsert-17134/
Читайте нас