Новости
24 Ноябрь 2019, 06:10

Курорт романы…

Гәзит-журнал уҡымай ул, шуға ҡурҡмай һөйләйем әле, тип башланы һүҙен осраҡлы танышым, урта йәштәр тирәһендәге ҡатын. Бәлки, берәйһенә һабаҡ булыр, ә үҙемә кәңәш биреүсе табылыр...

“Йыл башында Таиландта ял итеү бәхете тейҙе. Ҡунаҡханала минең кеүек үк ял итергә килгән турист менән таныштым, беҙҙең яҡ кешеһе икән. Белеп етмәгән кешеләр менән бик аралашырға яратмаһам да, һүҙҙән һүҙ ялғанып, ял, диңгеҙ шауҡымымы инде, ҡыҫҡаһы, яҡындан танышып киттек. Шулай ҙа оҙайлы бәйләнештәргә әҙер түгеллегемде иҫкәрттем. Ул да бының менән килешкән кеүек булды. Шулай итеп, илерткес ял һиҙелмәй ҙә үтеп китте, хушлашыр минуттар етте.
Тик тыуған яҡҡа ҡайтҡас, минең танышым көн тимәй, төн тимәй, шылтыратыуҙан бушаманы, юҡ-бар сәбәп табып ҡына торҙо. Яуап бирмәһәм, үпкәләй башланы. Был ғәҙәте менән тамам ялҡытты. Уны барлыҡ сәхифәләремдән юйып ташларға тура килде. Ә ул алдан ныҡыш булһа, хәҙер килеп асыулы, агрессив булып китте, янауҙан да тартынмай. Яңы номерҙарҙан эҙәрлекләүен дауам итә. Етмәһә, ҡунаҡҡа киләм, ти. Бына һиңә ял романы! Инде үкенәм ете ят кеше менән бәйләнгәнгә, әллә судҡа бирәйемме икән, тим. Шуны ла әйтәйем: осраҡлы кешеләр менән танышып, минең йүләрлекте ҡабатламаһындар ине...”
Фото: roxolona.net
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kurort-romani-17263/
Читайте нас