Новости
24 Ноябрь 2019, 06:05

Белорет кешеһендә ҡорал, патрон-маҙар һәм дары тапҡандар

Рәсәй гвардияһы һәм енәйәт эҙләү хеҙмәткәре оператив эш мәлендә бер йортта тулы арсенал барлығын асыҡлаған.

Унда өс дана утлы ҡорал (икәүһе ҡулдан яһалған), төрлө калибрлы 200-ләп патрон һәм өс килограмм дары табылған. Мылтыҡ һәм обрез, ПБС приборлы револьвер атырға яраҡлы булған.
Үлемесле әйберҙәрҙең хужаһын ҡулға алғандар. Енәйәт эше асылған, иргә биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/beloret-keshe-end-oral-patron-ma-ar-m-dary-tap-andar/
Читайте нас