Новости
24 Ноябрь 2019, 06:00

Балаҡатай ынйылары

22 ноябрҙә Яңы Балаҡатай ауылында мәктәпкәсә учреждениелар араһында "Балаҡатай ынйылары" тип аталған балалар музыка ижадының IV район фестиваль-конкурсы гөрләп үткән. Ул быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналған.

Йөҙҙән ашыу талантлы бала «Тылсымлы йыр», «Күңелле оркестр» һәм «Көмөш тауыш» тигән өс төрлө номинацияла ҡатнашҡан.
Һәләтле балалар был байрамдан, әлбиттә, ҙур кинәнес алған, приздарға лайыҡ булып та ныҡ ҡыуанған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bala-atay-inyilari-17147/
Читайте нас