Кискә ҡарай Өфөлә, Дим шоссеһында, 27 йәшлек ҡатын "Kia Rio" машинаһында үткәүел аша сығып барған 62 йәшлек ҡатынды төрттөрә. Бисара ҡатын осоп китеп, ҡаршы яҡтан килеүсе "Nissan Qashqai"ға барып һуғылып, һәләк була.
Кисен Салауат ҡалаһында "Daewoo Nexia" бағанаға барып бәрелә. Водитель "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнгә тиклем йән бирә. Уның водитель танытмаһынан мәхрүм ителгәнлеге билдәле.
Төндә, сәғәт өстәр тирәһендә, Өфөнөң Киров районында, Ағиҙел күперен ремонтлау эшендә ҡатнашҡан 45 йәшлек эшсене ВАЗ-2112 машинаһы тапатҡан.
Кешенең ғүмерен өҙгән водитель, 26 йәшлек егет, Ырымбур өлкәһенән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-22-noyabr-17291/