Иремдең үлгән хәбәрен алғас та, мейемде, балама үгәй күрһәтмәйем, тигән уй телеп үтте. Үҙемдең үгәй атай менән үҫеү тәжрибәм булыуымы, йә иһә киләсәктән ҡурҡыуым шул тиклем көслө булғанмылыр – башҡаса кейәүгә сыҡманым. Бер әхирәтем шаяртып: “Әлмира, исмаһам, берәүҙе индереп ҡара, йәп-йәш килеш улай оҙаҡ яңғыҙ йәшәргә ярамай бит”, – тип көлһә лә... Насиптан булмай ҡасып, ти бит беҙҙең халыҡ, булмағас – юҡ, үҙем әйтмешләй, ир кәрәк тип тиреңдән һикереп сығаһыңмы? Илайһыңмы, һыҡтайһыңмы, көләһеңме, йылмаяһыңмы – ғүмер бит геүләй генә! Мин икенсе вариантын һайланым да тормош мәшәҡәттәренә сумдым.
Атайым үлде, тип үҫмәгән-ҙураймаған баланы күргәнегеҙ бармы? Минеке лә юғары уҡыу йортон тамамлап, баш ҡалабыҙҙың бер заводында эш башланы. Бала өсөн күңел тыныс, донъя теүәл... Яңғыҙлыҡтан миктәгән күңелдәге йәшен-бурандарҙы ла күптән йәшерергә өйрәндем. Ғөмүмән, мине уҡыған яңғыҙ ҡатындар хуплар – яңғыҙ икәнеңде эштән арманһыҙ булып ҡайтып йығылғанда ғына аңлайһың. Төндәрҙең оҙонлоғо юрған һыуыҡлығына бәйле түгел, эйеме? Тиҙерәк таң атҡанын зарығып көтөп, доғалар менән ҡояш ҡалҡҡанына сикһеҙ шатланған мәлдәремде үҙем генә беләм.
Теманан ситкә китмәйем әле. Ҡырҡ йәшемде билдәләп үткәндән һуң үҙемдең йөклө икәнемде аңланым. Шок булды тиһәм дә аҙ – сөнки миңә табиптар күптән үк икенсел түлһеҙлек мөһөрө һуҡҡайны. Ни иларға, ни көлөргә белмәнем, аптырандым. Бөтөнләй ҙә планда, хатта хыялымда ла булмаған был хәл шаҡ ҡатырҙы, әлбиттә. Тормошомдо төптө яңынан башларға кәрәк буласаҡ! Нисә йылдар буйы тырышып-тырмашып ҡорған донъям, карьерам – бөтәһе лә үҙгәрәсәк бит! Яҙмыштың был сюрпризын ҡабул итергәме, әллә.... һәр кемгә лә, әгәр ҙә һайлау мөмкинлеге бар икән, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ауыр, килешәһегеҙме? Мин дә азат түгел шул шик-шөбһәләрҙән. Шулай ҙа тормош миңә башҡаса бындай мөмкинлек бирмәҫен яҡшы аңлай инем. Әлбиттә, аллаға шөкөр тип яҙмай булдыра алмайым, ҡабул итергә йөрьәт иттем яҙмышымдың көтөлмәгән бүләген.
Ул ваҡытта яңғыҙ бала тәрбиәләгән, тормош йөгө ауырлығы аҫтында бөгөлгән, үҙҙәренә генә түгел, балаларына ла ҡул һелтәгән ҡатындар менән эшләй инем. Йәш ҡатындарҙың эскелеккә бирелгәнен күреү, унан да бигерәк бөтөнләй яңғыҙ ҡалған балаларын йәлләп үҙәгем өҙөлә ине. Шуға күрәлер инде, әсәһе булмаһа, аталары булһын, исмаһам, тип тырыштым. Эшемдең ыңғай һөҙөмтәләрен дә күп күрҙем. Бергә йәшәп тә, документҡа аталарының исемен яҙҙырмай, дәүләттең өс тин аҡсаһына алданғандарҙың балаларын суд аша атайлы иткән кешемен бит. Төрлө трибунанан, гәзит, радионан социумдың иң һаҡланмаған ҡатламы – яңғыҙ әсәләр, балаларығыҙҙы атайһыҙ итмәгеҙ, тип өгөтләгән кеше лә мин. Ысынлап та, был тәғлимәттәрҙе инҡар итеүсе булырмы икән? Бала тулы ғаиләлә үҫергә тейеш, быға иманым камил. Беҙгә тиклем дә шулай булған, беҙҙән һуң да тик шулай буласаҡ һәм үҙем аңлы рәүештә көрәшкән “мать-одиночкалар” рәтенә баҫтым..
Минең осраҡта үҙемде һәм яйға һалынған тормошомдо үҙгәртеп ҡороу еңелдән булманы. Ә бит күп кенә яңғыҙаҡтарҙан йәшем, эшем, тәжрибәм, матди тотороҡлоғом менән айырылам. Был юҫыҡта ғәйбәт, бит йыртыу, көлөү, мыҫҡыллаусылар, “изге уйлы”ларҙы ишетмәҫ-күрмәҫ кешегә әйләнеү ҙә ярҙам итә икән! Яңғыҙ әсәйҙәрҙең дә төрлөһө булғанын аңланым, аллаға шөкөр, мин – бәхетлеләр яғындамын! “Йән биргәнгә – йүн биргән” тигән мәҡәлдең эшләгәненә тағы ла бер инандым. Дәүләттән беҙҙең кеүектәргә ярҙамы булмағанын елкәмдә тоям. Балалар баҡсаһы, түңәрәктәр – балаңды үҫтереү ҙә тик яңғыҙ әсәнең кеҫәһенән генә.
Зарланыр өсөн түгел яҙмам, ҡәҙерлеләрем! Һәм һис тә генә беҙҙең “сафты” тулыландырырға ла саҡырмайым! Әммә.... Әгәр һеҙҙең менән дә шулай килеп сыға икән, бәхетегеҙҙән баш тартмағыҙ! Бала хаҡы бар – быны мин уйлап сығармағанмын. Бер кемгә лә өмөт бағламағыҙ, ярҙам көтмәгеҙ – был ышаныс һеҙҙе киләсәктә килеп сығыр психологик проблемаларҙан аралар.
Әсәйҙәр көнөндә күптәргә ирҙәре – балаларының атаһы гөлләмәләр, бүләктәр бирер. Үҙегеҙҙең ниндәй ҙә бәхетле икәнегеҙҙе онотмағыҙсы, ханымдар. Артабан да парлы һәм бәхетле ғүмерҙәр теләйем һеҙгә, хөрмәтле ӘСӘЛӘР!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/s-k-n-aldynan-uylanyu-ar/