

Ҡытайҙың популяр Sohu порталы журналисы үҙҙәрендә гүзәл зат оҙаҡ йәш ҡалыуын белдерә. Ә бына беҙҙә, йәғни Рәсәйҙә тиҙ ҡартаябыҙ икән.
“Рус ҡатындары (Рәсәйҙекеләрҙе гел дөйөмләштереп, рустар, тиҙәр) ғаиләгә иғтибарын күберәк бүлә, кейәүгә сыҡһалар, үҙҙәрен йүнләп ҡарамайҙар. Тиҙ ҡартайыуға йәнә лә һалҡын климат һәм юғары калориялы ризыҡ сәбәпсе була“, - тигән портал журналисы белгестәр яһаған һығымтаға һылтанып.
Нишләйһең, шундайбыҙ инде беҙ. Һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бармы? Бар бит, шулаймы? Сәләмәт һәм оҙаҡ йәш ҡалыу серҙәре ҡатмарлы түгел ул...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-s-y-atindari-ni--irt--artaya-17282/