Новости
23 Ноябрь 2019, 12:20

Ирек Сәғитовҡа ышаныс күрһәтелде

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Ирек Сәғитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Ирек Хәйривара улы Сәғитов 1969 йылдың 11 июлендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1991 йылда Өфө автотранспорт техникумында ВЛКСМ секретары булып башлай.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Махсус тәғәйенләнештәге милиция отрядында милиционер, бүлексә, унан һуң взвод командиры, оператив рота командиры урынбаҫары, артабан командир, һуңыраҡ Махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды командиры урынбаҫары, отряд командиры була. 2016 – 2018 йылдарҙа “Росгвардия”ның Башҡортостан идаралығындағы ОМОН командиры, ә 2018 – 2019 йылдарҙа ошо идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.
Фото: glavarb.ruhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Irek-S-itov-a-ishanis-k-r-telde-17081/
Читайте нас