Новости
22 Ноябрь 2019, 17:00

Водителдәр иғтибарына! Әлегә медосмотрға хаҡтар артмай! Башҡа сиратҡа баҫмағыҙ!

Ошо көндәрҙә илдең справкалар биргән поликлиника-дауаханаларында водителдәрҙән торған оҙон сираттар күҙәтелде. Кешеләр шоферлыҡ танытмаһы өсөн медицина справкаһына хаҡтар 720 һумдан 5570 һумғаса күтәрелә тип, документты элекке осһоҙ хаҡҡа алам тип шулай итте.

Бөгөндән, 22 ноябрҙән, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының водителдәр өсөн мотлаҡ документты алыу тәртибен регламентлаған бойороғона үҙгәрештәр көсөнә инергә тейеш ине. Бөтә автомобиль йөрөтөүселәргә алкоголизм сиренә күрһәткән CDT маркерын билдәләү өсөн ҡан бирергә, психоактив матдәләрҙең (амфетамин, каннабиноид, кокаин, метадон, опиат) бармы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн бәүел тапшырырға кәрәк. Ыңғай һөҙөмтә булһа, водитель наркология диспансерында өҫтәмә комиссия үтергә бурыслы.
Кисә, 21 ноябрҙә был ҡарар әлегә кисектереп торолдо - ведомство водителдәр өсөн медицина белешмәһен алыуҙың яңы тәртибен көсөнә инеү датаһын күсерҙе. Был хаҡта «Российская газета» Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагайҙың Telegram-каналына һылтанып хәбәр итә.
«Халыҡтың хәүефләнеүен иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова водителдәр өсөн медицина тикшереүенең яңы тәртибе тураһында бойороҡтоң көсөнә инеүен кисектерергә хәл итте. Министр ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ дәүләт теркәүенә ебәрелде», — тип яҙған Салагай.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-tibar-voditeld-r--leg-medosmotr-a-ha-tar-artmay-Bash-a-sirat-a-ba-ma-i-16256/
Читайте нас