Үҫмерҙәр ҡылған енәйәттәр, уларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр йышайҙы. Киң мәғлүмәт саралары, бер-береһе менән ярышып тигәндәй, уларҙы тиҙерәк бирергә, һәр осраҡты ентекләберәк һүрәтләргә ынтыла. Хәҡиҡәт күрһәтеүенсә, был йәмғиәткә кире йоғонто яһай. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы журналистар өсөн үткәргән семинар шуға арналды ла инде.Яҙыр алдынан яҡындарыңды уйла...Яраланған егетте төнөн дауаханаға һөйрәтеп индергәндә, ул әле иҫән була. Уны килтергән ир шунда уҡ дежур хирургты эҙләргә тотона. Әммә тегеһе килергә ашыҡмай, уға нимә: тере булһа – реанимацияға, үлһә – моргка оҙатырға.
“Документтары бармы?” – ти ул вайымһыҙ ғына. “Юҡ шул, мин уны машина менән бәрҙерҙем... Тиҙерәк булығыҙ, ул ауыр хәлдә!” Хирург иңбашын ғына һелкеп ҡуя... Кеше тапатыу арҡаһында төрмәгә эләгеү ихтималлығынан ҡото осҡан ир тағы яралы янына ашыға, уныһы ғыжылдай ҙа башлай – йән бирергә йыйына. Ахырҙа ир теге хирургка ҙур ғына сумма тотторорға мәжбүр була. Уныһы, аҡсаны кеҫәһенә һалғас, ҡәнәғәт рәүештә кабинетынан ҡабул итеү бүлмәһенә сыға, ләкин яралыға күҙ һалғас та, саҡ иҫенән яҙмай: был ошо хирургтың улы икән...
Әлеге семинарҙа Михаил Хасьминский ошо миҫалды килтерҙе. Ул – Көрсөк психологияһы үҙәге етәксеһе, Рәсәйҙең Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Йәмәғәтселек советы ағзаһы, Рәсәй Тәфтиш комитетының Мәскәү транспортҡа идара итеү төбәк-ара идаралығының ғилми-консультатив советы ағзаһы. Күренеүенсә, кире мәғлүмәттең кешегә нисек йоғонто яһауын өйрәнеүҙә уның тәжрибәһе ҙур.
– Был хәл журналистарға ла ҙур ишара булып тора: мәғлүмәтте баҫмаға бирер йәки сайтта урынлаштырыр алдынан уның яҡындарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға нисек тәьҫир итере тураһында ла уйларға кәрәк, – ти Михаил Игоревич. – Талап айырыуса психикаһы әле тотороҡло булмаған балаларға һәм үҫмерҙәргә ҡағыла. Заманыбыҙ кешеләре изгелек менән яуызлыҡтың сиген бутай башланы, тип уйлайым. Яуызлыҡ ҡылыу ниндәйҙер батырлыҡ, тормошта әүҙемлек күрһәтеү кеүек ҡабул ителә, ә шәфҡәтлеләргә бер ҡатлыраҡ кешегә ҡараған һымаҡ мөнәсәбәт тыуҙы. Был, һис шикһеҙ, киң мәғлүмәт сараларында ла сағылыш тапмай ҡалмай.
“Телевидениела ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаған берәй каналды беләһегеҙме?” тип һораны психолог аудиториянан. Бер хәбәрсе лә иҫенә төшөрә алмағас, былай тине: “Юҡ ундайҙары. Ә кешелеклелек һәм шәфҡәтлелек тураһында һөйләргә тырышҡан каналдар араһында “Спас” һәм “Мәҙәниәт” каналдарын ғына атар инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың рейтингы түбән, ҙур табыш килтерә алмай”.
– Ни өсөн үҙәк телевидениела, хатта “Беренсе канал”, “Рәсәй-1” кеүек төп каналдарҙа ла кешелек сифаттарын ихтирам итмәгән, түбән хистәргә иҫәп тотҡан тапшырыуҙар күп? – Бер хәбәрсе шулай тип һорағас, Михаил Хасьминский былай яуап ҡайтарҙы:
– Бында барыһын да әлеге шул аҡса хәл итә. Мин бөтә илгә билдәле алып барыусылар Александр Гордон һәм Дмитрий Борисов менән ошо темаға һөйләшеп ҡарағаным булды. Әлбиттә, улар үҙҙәре лә барыһын да аңлай, ләкин телевидение алып барған сәйәсәткә, дөрөҫөрәге – финанс ағымына, улар бер нисек тә тәьҫир итә алмай, был шоумендар эштән киткән осраҡта шунда уҡ урындарына башҡаларҙы табасаҡтар. Был хатта телевидение етәкселәренең теләү-теләмәүенән дә тормай, улар фәҡәт башҡа каналдар һәм киң мәғлүмәт саралары араһындағы көнәркәшлектә артта ҡалмаҫҡа тырыша.
Улар кино геройына оҡшарға тырышҡан“Бәлиғ булмағандар менән осраҡтарҙы яҡтыртыу” тип аталған был сараны агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов алып барҙы, унда Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родионов, “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының киң коммуникациялар өлкәһендәге контроль һәм күҙәтеү бүлеге етәксеһе Рәфисә Шәйхисламова, Башҡорт дәүләт университетының психологик оҙата барыу һәм клиник психология кафедраһы мөдире Ирина Хох, блогер Алиса Ҡурамшина ҡатнашты.
– Төрмәләге үҫмерҙәр араһында һорау алыу күрһәтеүенсә, уларҙың 60 проценты енәйәт ҡылғанда кино геройҙарына оҡшарға тырышҡан, ә 22 проценты енәйәт ҡылыу алымын ошондай фильмдарҙан отоп алған, – тине Ирина Рудольфовна.
Интернет киң тарала башлағанға тиклем үк әле фильмдарҙың шулай кире тәьҫире лә булыуы һиҙелә ине. Томск ҡалаһында алты кешенең ғүмерен ҡыйған үҫмерҙәр, мәҫәлән, “Молчание ягнят” фильмының яуыз геройы Ганнибал Лектерға оҡшарға ынтылыуҙарын таныған. Ә бына киң билдәле “Яҙҙың ун ете миҙгеле” телевизион сериалының енәйәтселектең кәмеүенә килтереүе теркәлгән. Алла Сурикованың “Капуциндар бульвары кешеһе” фильмын да күптәр хәтерләйҙер, моғайын – унда киноның шәхес холҡона нисек тәьҫир итеүе ирония аша күрһәтелгән.
“Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон илебеҙҙә 2010 йылда уҡ ҡабул ителде. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр илебеҙҙә суицид ҡылған балалар һаны артты: 2017 йылда 292 сабый үҙ-үҙенә ҡул һалһа, үткән йыл бындай осраҡ 788 тапҡыр теркәлгән. Был күрһәткестең артыуына киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәр аша еткерелгән насар хәбәрҙәрҙең дә тәьҫире аҙ түгел.
Заман аяуһыҙ: Сирҙәрҙе контролдә тотоу үҙәге хәбәр итеүенсә, һуңғы 20 йылда суицид кимәле һәр илдә тиерлек артҡан. Бөтә донъяла йыл һайын миллионға яҡын кеше үҙ теләге менән ғүмерен өҙә. Әгәр ҙә ололар ҡайһы саҡ хис-тойғоһона баш була алмай (аффект хәлендә) икән, балаларҙың нығынып етмәгән психикаһы бигерәк тә тиҙ бирешеүсән. АҠШ психологы Долорес Такер әйтеүенсә, “балалар – бөтә ишеткән һәм күргәнен аңына үҙгәрешһеҙ һеңдереп барған ҡатлам, енәйәт ылыҡтырғыс ҡылыҡ итеп күрһәтелгәндә, улар шуға ынтылырға ғына тора”.
Психологияла билдәле: бер насар һүҙҙе йәки күренеште йыш ҡабатлаһаң, ул тора-бара вайымһыҙ һәм ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә башлай. Һуңғы осорҙа, мәҫәлән, үҫмерҙәрҙең мәктәптә үҙ тиҫтерҙәренә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Асыҡланыуынса, уларҙың барыһы ла социаль селтәрҙә теркәлгән, унда ҡорал, күмәк үлтереш, сериялы үлтереүселәрҙең биографияһы менән ҡыҙыҡһынған, хәүефле төркөмдә ағза булып торған.
Ә бит үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтарының һанын да аныҡ билдәләй алмайҙар, сөнки суд медицинаһы экспертизаһы дарыу менән ағыуланыуҙы, машина аҫтында ҡалыуҙы (үҙе ташланыуҙы) һәм башҡа күп кенә осраҡтарҙы суицид тип иҫәпләмәй.
Әхлаҡ нигеҙе – тотанаҡлылыҡ
Сарала киң мәғлүмәт сараларына ҡарата кәңәштәр һәм тәҡдимдәр ҙә күп булды. Эксперттар фекеренсә, редакция енәйәт ҡылған йәки ошо ҡылыҡта ҡатнашыуҙа шик аҫтында булған бала йәки үҫмерҙең шәхесен асыҡларға ярҙам иткән мәғлүмәт бирергә тейеш түгел. Был уның йәки законлы вәкиленең ризалығы менән генә башҡарыла ала. Ошо тыйыу ололарҙың енәйәтсел эше йәки сара күрмәүе һөҙөмтәһендә зыянлаған балаларға ҡарата ла ҡулланыла: уларҙың исем-шәрифе, йәшәгән һәм уҡыған урыны, тыуған йылы, уның кем икәнлеген асыҡлауға килтергән башҡа төрлө мәғлүмәт йәмәғәтселек иғтибарына еткерелмәҫкә тейешле. Бәлиғ булмаған кешенең фотоһын һәм видеоһын биреү ҙә “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон тарафынан тыйыла.
Йыш ҡына шулай ҙа була: енәйәт ҡылған йәки ҡазаға осраған баланың ата-әсәһе тәүге минуттарҙа тетрәнеү хәлендә була һәм, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, хәбәрсенең бөтә һорауҙарына ла яуап бирергә мөмкин. Шул иҫәптән – уның шәхесен аныҡлаған мәғлүмәт буйынса ла. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, улар яңылыш эшләгәнен төшөнә, ләкин һуң була: мәғлүмәт интернет селтәрендә таралып өлгөргән. Бында инде эш хәбәрсенең намыҫлы эшләү-эшләмәүенә ҡайтып ҡала. Телевидениела бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында ҡылынған енәйәт йәки улар күргән зыян урынынан репортаждарға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын: балаларҙың йөҙө күрһәтелмәй йәки махсус юйып бирелә. Ҡануниәт шулай талап итә.
– Бәлиғ булмағандар араһында суицид осраҡтарының йышайыуы бөтә ваҡытын эшкә бағышлаған ололарҙың тәрбиә эшенән ситләшеүе һәм балаларҙың интернет менән яңғыҙ ҡалыуы сәбәпле ул, – тине Михаил Хасьминский. – Заманына күрә аяныслы бер хәл барлыҡҡа килде: әгәр ҙә беҙ бөтәһен дә олораҡ быуындан күреп һәм үҙләштереп үҫһәк, бөгөнгө үҫмерҙәр бер-береһен интернет аша өйрәтә, йәғни “горизонталь” тәрбиә бара...
Нужа күрмәй үҫкән хәҙерге йәш быуындың тик күңел асыу, ата-әсәһенән теләгән бер нәмәне һатып алдыртыу ғәҙәтен үҙләштергән өлөшө лә ҙур. Ундайҙар ололар тарафынан саҡ ҡына тыйыу булғанда ла быны ҙур фажиғә булараҡ ҡабул итә. Был тыйыуҙан нисек ҡотолорға икәнен, әлбиттә, ул ата-әсәһенән һораша алмай, был ысулдарҙы тиҫтерҙәре интернет аша “өйрәтә”, бала ла уны отоп алырға ынтыла. Тимәк, баҫма һәм электрон матбуғат сараларында, телевидение һәм радиола эшләгән хеҙмәткәрҙәргә теге йәки был мәғлүмәттең йәмәғәтселеккә, айырыуса үҫеп килгән быуынға нисек тәьҫир итәсәген алдан уҡ тоҫмаллау бурысы ҡуйыла. Мәғлүмәт иҫ киткес тиҙ һәм ғәйәт ҙур масштабта таралған заманда башҡаса булмай.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/-mer-ber-m-n-e-ser-/