Новости
22 Ноябрь 2019, 17:10

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры ителде

БР Башлығы указы менән Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры итеп Айбулат Хажин тәғәйенләнде.

Быға тиклем Башҡортостан Башлығының башҡарма власть органдары структураһы буйынса указына ярашлы, БР Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы итеп үҙгәртелде.

Белешмә:
Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.
Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 2003—2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.
1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
2001—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.
2003—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.
2008—2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.
2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.
2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе
2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы.

БР мәғариф отличнигы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Aybulat-Hagin-Bash-ortostandi-m-arif--m-f-n-ministri-itelde-16898/
Читайте нас