Асыҡланыуынса, ғаилә Раевканан Стәрлетамаҡҡа ҡайтып барған булған. Юлда машиналары тайып китеп, ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм экскаваторға бәрелә. Шулай итеп, күҙ асып йомған арала тотош ғаилә бәхетһеҙлеккә осрай.
Һауа торошо үҙгәреп тороу сәбәпле, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде, тайғаҡ, йөрөүе ауырлашты. Был үҙ сиратында водителдәрҙән үтә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Ҡаза күреүселәрҙең тиҙерәк һауығып китеүен теләйбеҙ, ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.