Новости
22 Ноябрь 2019, 11:35

Ҡанда шәкәр кимәлен ниндәй аҙыҡ күтәрә?

Файҙалы аҙыҡ-түлек араһында ҡанда шәкәр кимәлен кинәт күтәргән ризыҡтар ҙа бар, сөнки уларҙа гликемия индексы юғары.

Туҡланыу өлкәһендәге белгестәр “ҡыҙыл” төркөмгә тиле шалҡан (брюква), картуф, дөгө һәм кишерҙе индерә. Табиптар әйтеүенсә, тиле шалҡан йәки гәрәнкә – тамыр аҙыҡтарының иң файҙалыһы, тәме һәм тышҡы күренеше яғынан шалҡанға оҡшаш, тик уның индексы байтаҡҡа юғары һәм 99 берәмек тәшкил итә. Ул ҡандағы шәкәрҙе бик тиҙ күтәрә, шуға күрә был тамыраҙыҡтар менән һаҡ булыу талап ителә.

Мейестә (духовкала) бешерелгән картуф та ҡалышмай, уның индексы – 96 берәмек, картуф иҙмәһе – 90, һыуҙа бешерелгәне ни бары 65 индекс тәшкил итә.

Дөгөнөң индексы – 90, бешкән кишерҙеке – 85 берәмек тирәһе. Ә сей кишерҙә – был дәүмәлдең ни бары яртыһы ғына. “Ҡыҙыл” төркөмгә шулай уҡ тары, арпа ярмалары һәм ҡабаҡ инә. Был аҙыҡтарҙың барыһы ла тиҙ тарҡала һәм глюкозаға әүерелә. Ҡанда шәкәр кимәле кинәт күтәрелә һәм шунса тиҙерәк төшөп, ҡан тамырҙарын зарарлай, шәкәр диабеты хәүефе арта.

Аҙыҡтарҙың “йәшел” төркөмөнә түбән гликемия индексына эйә булған редис, кәбеҫтә, һуған инә.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/anda-sh-k-r-kim-len-nind-y-a-y-k-t-r-/
Читайте нас