Стэрлебаш шишмэлере
+2 °С
Ясно
Новости
22 Ноября 2019, 12:05
13 кешенең аҡсаһын үҙ кеҫәһенә һалған
Өфөлә 232-се балалар баҡсаһының элекке мөдире мутлыҡ ҡылғаны өсөн хөкөм ителгән.
Добавить в предпочтительные источники Google
2017 йылдың майынан 2018 йылдың декабренә тиклем 43 йәшлек ҡатын 13 тәрбиәсегә премиялар яҙған. Әммә аҙаҡ мөдир аҡсаның бер өлөшөн үҙенә алған, ул шулай уҡ хеҙмәткәрҙәренән хатта банк картаһын биреүҙәрен талап иткән.
Ул был сумманың балалар баҡсаһы мәнфәғәтенә кәрәклеген әйткән. Баш ҡаланың Калинин районы прокуратураһында хөкөм ителеүсенең 500 мең һумды үҙләштереүе хаҡында белдергәндәр.
Ҡатын ғәйебен тулыһынса таныған. Ул шартлы рәүештә 3,5 йылға өс йыл һынау ваҡыты менән хөкөм ителгән.
Фото: achmag.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/13-keshene-a-sa-in--ke--en--al-an-15609/
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"