Новости
21 Ноябрь 2019, 16:10

"Википедия"ға алмаш әҙерләнә башлаясаҡ

Ишеткәнһегеҙҙер, рус теле буйынса совет ултырышында (5 ноябрҙә үтте) Рәсәй Президенты Владимир Путин "Википедия"нан айырмалы рәүештә Ҙур Рәсәй энциклопедияһы ышаныслыраҡ мәғлүмәт сығанағы буласағын белдергәйне. Энциклопедияның ҡағыҙ форматын сығарған нәшриәт хәҙер интерактив портал булдырыу хәстәрлеген күрә башланы.

Бының өсөн арыу ғына суммала аҡса тотонолорға тейеш. "Википедия"ны алмаштырасаҡ портал бюджеты - 2 млрд һумға яҡын. Уны 2022 йылда эшләтеп ебәрергә ниәтләйҙәр.
Энциклопедия порталы булдырыу - ҙур, яуаплы, күмәк эш. Автор мәҡәләләре, рецензиялар, мәҡәлә урынлаштырыу гонорары буласаҡ. Тимәк, түләүле эште башҡарыу сифаты ла юғары булыр тип көтөлә.
Төбәктәрҙән финанслау ҡаралмаған, шулай ҙа Ҙур Рәсәй энциклопедияһы властарҙан хуплау һәм булышлыҡ итеүҙе көтә.
Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй конференцияһында энциклопедияның баш мөхәррире Сергей Кравец баҫманың электрон варианты менән таныштырҙы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vikipediya-a-almash--erl-n-bashlayasa-15720/
Читайте нас