Новости
21 Ноябрь 2019, 07:05

Әллә инде, файҙаһы булырмы?

Әллә инде файҙаһы булырмы? Шулай ҙа кем дә кем Мазовтар ғаиләһе тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеп, был уларҙы эҙләп табыуҙа ярҙам итһә, полиция һеҙгә 500 мең һум награда бирәсәк.

“Башҡортостан полицияһы ике бәләкәй бала һәм атайҙан торған Мазовтар ғаиләһен эҙләүҙе дауам итә. Уларҙы табыуҙа ярҙам итәсәк мәғлүмәт биргән кешегә 500 мең һум күләмендә аҡса биреүҙе гарантиялайбыҙ”, – тиелә полиция хәбәрендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мазовтар: 37 йәшлек Артем, һигеҙ йәшлек Илья һәм биш йәшлек Слава 26 октябрҙә юҡ булғайны. Ир ҡатыны менән талашҡандан һуң автомобилгә малайҙарын ултыртып сығып китә һәм шунан һуң уларҙы бер кем дә күрмәй. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уларҙың урманда ташлап кителгән автомобилен һәм яр буйында резина матрасын табалар.
Ошо хәлдәрҙән һуң, төп фараз буйынса: ғаилә һыуға батҡан. Шуға күрә эҙләүҙе башлыса водолаздар һыу төбөнән алып бара. Шулай уҡ криминалистар, авиация, эҙәрмәндәр, полиция һәм башҡа битараф булмаған кешеләр эҙләүҙе туҡтатмай.
Фото: Эльмира Мазованың сәхифәһенән. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ll-inde-fay-a-i-bulirmi-14809/
Читайте нас