Новости
21 Ноябрь 2019, 07:05

Иҫереп ала ла, бысаҡҡа йәбешә

Нефтекама ҡалаһынан бер иҫерек ир күп ҡатлы йорттарҙың береһендә бысаҡ менән бер нисә кешене йәрәхәтләгән. Әлбиттә, араҡының яҡшыға алып бармағанын беләбеҙ, әммә ошо шайтан һыуын ҡулланғандан һуң күпме енәйәт ҡылына, кеше ғүмерҙәре ҡыйыла. Был ваҡиғаға ла әлеге лә баяғы араҡы сәбәпсе.

Үкенесле, дүрт кеше иҫерек ирҙең ҡорбаны булған, уларҙың барыһы ла төрлө тән йәрәхәттәре алып, урындағы дауаханаға оҙатылған. Ғәйепләнеүсенең бер ҡайҙа ла эшләмәгән, быға тиклем төрмәлә ултырып сыҡҡан, 29 йәшлек Нефтекама кешеһе булыуы асыҡланған. Ир әшнәләре менән кәйеф-сафа ҡорғандан һуң, уларға булған элекке үпкәһен хәтергә төшөрөп, тәүҙә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр 32 йәшлек танышына сәнсә, аҙаҡ танышының һөйәркәһенә лә бысаҡ менән ташлана. Бының менән генә ул ҡан-ҡойошто туҡтатмай, тағы ла ике шешәләш дуҫын йәрәхәтләй. Әле зыян күреүселәрҙең береһе дауаханала реанимацияла ята, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Аяныслы ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған һәм үҙ ғәйебен таныған.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас