Новости
21 Ноября 2019, 15:45

Федоровкалар ҡаҙ өмәһен "Терра Гуссия" тип үткәрәсәк

Заман башҡа - заң башҡа тигәндәй хәҙер ябай ҡаҙ өмәһе шулай тип атала башлаған. 30 ноябрҙә Федоровка районында ҡаҙға бағышланған фестиваль уҙасаҡ.

Ул район үҙәгенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ойоштороласаҡ. "Terra – Gussia" тип заманса исемләнгән сараға килгәндәрҙе халыҡ йолалары, "Ҡаҙ өмәһе" көҙгө фольклор байрамы көтә. Ауыл биләмәләре күргәҙмә әҙерләйәсәк, концерт программаһы ла буласаҡ. Тере ҡаҙҙы биҙәү, ҡаҙ итенән ашамлыҡтар әҙерләп күрһәтеү, балалар араһында һүрәттәр конкурсы ла уҙасаҡ. Эштәрҙе алдан ошо адресҡа: 453280, Федоровка ауылы, Ленин урамы, 50, йәки ush-fedorovka@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.

Фестиваль иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Fedorovkalar-a--m-en-Terra-Gussiya-tip-tk-r-s-k-15524/

Читайте нас