Мутлашыусылар бөгөн һәр саҡ уяу. Улар һинең, эйе, тигәнеңә, әллә нимәләр эшләп ҡуйыуы ихтимал. Шулай тип иҫкәртә киберхәүефһеҙлек белгестәре. Йәнәһе, мутлашыусылар тауыштың цифрлы яңғырашын – биометрияны йыя. Һөйләшеү барышында “эйе” генә етмәй әле ул, ”мин раҫлайым” (я подтверждаю) да кәрәк. Уныһын да әйттерергә маташырҙар.
Әгәр ҙә мутлашыусыларҙа бер нисә фраза булһа, улар банктағы һеҙҙең иҫәптән аҡсаны еңел генә урлай (үҙҙәренә күсерә) аласаҡ.
“Алло”, “Тыңлайым”, ”Бөттө” кеүек һүҙҙәрҙе әйтергә ғәҙәтләнегеҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Eye-t-gel---Allo-15885/