Новости
21 Ноябрь 2019, 06:55

Быуындарың һыҙлаһа...

Быуындарың һыҙлап яфаланһаң, белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һал. Улар туҡланыу рационына мотлаҡ бер нисә ризыҡты индерергә ҡуша.

Быуын ауырыуҙары йыш ҡына кимерсәк туҡымалағы матдәләр алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, артроз ваҡытында быуындарҙағы кимерсәктең тарҡалыуы һөҙөмтәһендә ялҡынһыныу процесы башлана. Әлеге процесты кәметеү өсөн, рационға омега-3 кислоталарын индерергә кәрәк. Был элемент скумбрия балығында күп.
Файҙалы продукттарҙың тағы береһе – киви. Әлеге емеш гиалурон синтезына ярҙам итә торған антиоксиданттарға бай.

Быуындары ауыртыуҙан интегеүсе кешеләргә шулай уҡ һоло бутҡаһына ла иғтибар итергә кәрәк. Әлеге бутҡаның составында марганец бар, уның иондары һөйәк һәм кимерсәк туҡымалары ферменттарын яйға һала.

Тағы ла етен майы, сардина, сельдь, куркума һәм һөт ҡулланыу ҙа быуындар ауыртҡанда ярҙам итә.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Biuindari--i-la-a-13104/
Читайте нас