Новости
21 Ноябрь 2019, 16:20

Батырлыҡ ордендары тапшырылды

Кукуруз баҫыуына самолетты имен ултыртҡан экипаж ағзаларына, шул иҫәптән Белорет ҡыҙы Әлиә Слякаеваға Батырлыҡ ордендары бирелде.

15 августа Мәскәүҙән Симферополгә осҡан "Уральские авиалинии" авиакомпанияһының Airbus A321 лайнеры Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына ашығыс рәүештә ултырырға мәжбүр булды. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, моторҙарға ҡоштар эләккән. Экипаждың ҡыйыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә был хәлдә бер кем дә һәләк булмаған. Был бәхетле осраҡ интернетта "Идем правее на солнце, вдоль рядов кукурузы" тигән фраза менән ныҡ таралды. Уны бортпроводник Дмитрий Ивлицкий лайнер ултырғандан һуң пассажирҙарға әйткән.

Самолет экипажында яҡташыбыҙ, Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Әлиә Слякаева ла булған. Кисә, 20 ноябрҙә уны һәм хеҙмәттәштәрен Мәскәүҙә үткән "Транспорт аҙнаһы"нда Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеләр. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимов һәм илдең транспорт министры Евгений Дитрих пилоттар менән бортпроводник бригадаһына ведомствоның «Һауа транспорты отличнигы» наградаларын тапшырҙы.

Бөгөн, 21 ноябрҙә, Рәсәй президенты Владимир Путин Кремлдә Airbus A321 пилоттары Дамир Йосоповҡа һәм Георгий Мурзинға Рәсәй Геройҙары йондоҙҙарын тапшырасаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Kukuruz-ba-iuina-samoletti-imen-ultirt-an-ekipag-a-zalarina-shul-i-pt-n-Beloret-i-i-li-Slyakaeva-a-Batirli-ordeni-birelde-15675/
Читайте нас