Новости
21 Ноябрь 2019, 06:40

Бөгөн - Халыҡ-ара телевидение көнө

1996 йыл Берләшкән милләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһында 21 ноябрь Халыҡ-ара телевидение көнө тип иғлан ителә. Дәүләттәргә был көндө именлек, иҡтисад, социаль үҫеш мәсьәләләренә арналған телевидение тапшырыуҙарын таратыу менән билдәләргә тәҡдим ителә.

Телевидениела эшләүселәрҙең тормошо ҡыҙыу һәм ваҡиғаларға бай. Тап ошо һөнәргә һөйөү һәм тоғролоҡ уята, күрәһең. Телевидение көнө йәш булһа ла, уның тарихы кәм тигәндә 100 элек башлана. Тәүге тапшырыуҙар тәжрибә булараҡ 20 быуаттың 20 йылдарында Ҡушма Штаттарҙа эфирға сыға. 50-се йылдарҙа телетапшырыуҙар тотош Европала тарала. Әле донъяла телевидение булмаған бер генә төбәк тә юҡ. Республика телеканалдары ла халыҡҡа мәғлүмәт еткереү бурысына тос өлөш индерә.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас