Статистика ҡурҡыныс. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән халыҡ күпләп ҡырыла. Кардиологтарҙың әйтеүенсә, ябай ғына тестың дә кешегә үҙенең ниндәй төркөмгә инеүен асыҡларға ярҙам итеүе мөмкин.
Иң юғары хәүефле төркөмгә инеүселәр: бил киңлеге 102 сантиметрҙан ашҡан ирҙәр. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был күрһәткес 88 cантиметрҙан артмаһын. Ҡан баҫымы юғары булғандар. Шәкәр диабетына юлығыусылар. Тоҙҙо мул ҡулланыусылар. 50-55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм 45 йәшлек ир-ат өсөн хәүеф бермә-бер арта.Тәмәке тартыусылар һәм аҙ хәрәкәт итеүселәр. Ата-әсәһе йөрәк сирҙәренә бирешкән, сир нәҫелдән килгән осраҡта.
Әгәр ошо төркөмгә инәһегеҙ икән, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.
Бөтә ошо факторҙарҙан тыш, тормоштағы стрестарҙан ҡотолорға кәрәк. Иң яманы – хроник стресс, ти белгестәр. Тап шул арҡала йәштәр ваҡытынан алда көтмәгәндә яҡты донъя менән хушлаша, тип иҫбатлай табиптар.