Новости
20 Ноябрь 2019, 12:40

Соняны оҙаттыҡ...

Апера синдромы менән яфаланған Стәрлетамаҡ ҡыҙы Соня Ғиззәтуллинаның яҙмышын бөтә ил күҙәтә. Ике йәшлек сабыйҙы инвалид булыуы сәбәпле балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартыуҙары, һуңынан республика Башлығы Радий Хәбиров уның яҙмышын шәхсән үҙенең күҙәтеүе аҫтына алыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Израиль табиптары уға операция эшләргә ризалыҡ та белдерҙе.

Шулай итеп, Соня 25 октябрҙә үк операцияға китергә тейеш булһа ла, төрлө сәбәптәр менән сәфәр кисектерелеп торҙо.
Ә кисә ул Израилгә операцияға осто. Ҡыҙ менән бергә әсәһе һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәте вәкиле лә юлланды. Юл һәм бөтә дауаланыу сығымдары республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Уңышлы сәфәр һиңә, Соня! Һауығып ҡайт!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sonyani-o-atti-14258/
Читайте нас