Новости
20 Ноябрь 2019, 12:30

Рәмилгә аҡса йыйғандар

Рәмил Шәмсетдинов – ҡорал алып һигеҙ кешене атып үлтергән һалдат. Тик беҙҙең йәмғиәт төрлө сәбәптәр буйынса егетте яҡлап сыҡты. Күптәр үлтерелгәндәрҙе түгел, ә тап үлтереүсене йәлләй.Быға тағы бер асыҡ дәлил – бөтә ил буйынса Рәмил яҡлылар 700 мең һум самаһы аҡса йыйған. Улар егеттең атаһы Сәлим Шәмсетдиновҡа тапшырылған. Ир был аҡсаны нимәгә тотонор?

“Аҡсаны ике тапҡыр Читаға һәм адвокаттар менән осрашыу өсөн Мәскәүгә барыуға тотонасаҡмын. Был – билеттар һәм йәшәү”, – ти ир. Шулай уҡ һаулығы буйынса ул яңғыҙы йөрөй алмағас, аҡсаның бер өлөшө оҙатыусыларға китәсәк. Бынан тыш, атаһы улына тип Яңы йылға тәм-томдан торған посылка ебәрергә ниәтләй.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, Төмән һалдатының яҡташтары уның атаһына тип аҡса йыя башлағайны. Шулай уҡ улар Рәмилдең был аҙымға йәберләүгә түҙмәй барыуына ышана һәм уны иреккә сығарыуҙы талап итеп петиция ла булдырғайны. Ошо көндәрҙә генә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә асылған төркөмдө “аҡса йыйыу сәбәпле” тип ябып ҡуйғайнылар.
Читайте нас