Новости
20 Ноября 2019, 14:40

Иғтибар! 31 градусҡа тиклем һыуытасаҡ!

Башҡортостанда, синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, ҡапыл һыуытты. Аҙна башында төбәккә һалҡын арктик һауа үтеп инә башланы. Һауа температураһы ныҡ түбәнәйҙе. Уҙған төндә Белорет районының Үткәл ауылында минус 33 градус теркәлде. "Бәйләнештә" селтәре ҡулланыусыһы Ришат Хәйбуллин термометр күрһәткестәрен фотоға төшөрөп һалған.

Добавить в предпочтительные источники Google

Был 30 градуслыҡ ҡаты һыуыҡтар республика биләмәһендә тағы ла өс көн торасаҡ. Башгидрометүҙәк белдереүенсә, 21 ноябрҙә төбәктең көнсығышында -31 градусҡаса һыуытасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡланасаҡ.

Өфөлә иһә бер аҙ йылытасаҡ. Төндә һауа температураһы -12-14, көндөҙ -9 градус буласаҡ. Төньяҡтан көслө ел иҫәсәк, шуға күрә лә ныҡ туңдырасаҡ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-tibar-31-gradus-a-tiklem-iuitasa-15036/

Читайте нас