Эвелина Хажиева боронғо кѳрәш тѳрө буйынса ярышта Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашты.
Бәйге 14-17 ноябрҙә Италияның баш ҡалаһы Римдә үтте.
Панкратион буйынса федерация етәксеһе Эвелинаны ысын тау ҡыҙы, тип һоҡланыуын белдерҙе: "Артҡы тиҙлеге юҡ - тик алға ғына барыуҙы белә!"
Тренеры Абдулҡадир Садиҡ улы ла Эвелинаны хәтәр көслө, ныҡ, сыҙамлы башҡорт ҡыҙы, тип бик маҡтай.
Еңеүсе Эвелина менән уның тренеры Абдулҡадир Нурғәлинды, башҡорт атлылары Францияға тиклем барып етһә, башҡорт панкратионы Римде яулай, тип ҡотлайҙар!
Был ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/evelina-donya-chempiony/