Асыҡланыуынса, ағымдағы йылдың ғинуарында депутат эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Әммә август айында ул тағы ла иҫерек хәлдә скутерға идара итә... һәм йәнә полиция хеҙмәткәрҙәренә тотола.
Тыңлауһыҙ депутат «иҫерек килеш транспорт менән ҡабаттан идара итеү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылған. Суд ҡарары менән уға 200 сәғәт мәжбүри эш билдәләнгән. Бынан тыш депутат 60 мең һум штраф та түләйәсәк.