Новости
20 Ноября 2019, 12:40

Үҙе кино төшөрөрлөк тарих

Был хәл уҙған быуатта, атап әйткәндә, 1996 йылда була. Башҡорт режиссеры Булат Йосопов диплом эшен яҡлап, “Быяла пассажир” фильмы өсөн студент Оскарына тәҡдим ителеп, Лос-Анджелесҡа фестивалгә барырға тейеш була. Эксперт комиссияһы йәш белгестең ризалашасағында һис шикләнмәй, сөнки кемгә эләгә әле ул кинолар батшаһы, тигән дан тотҡан илгә барып, үҙ эшеңде тәҡдим итеү бәхете?!

Әммә Булат баш тарта, сөнки тап шул көндө ул был фильмды Өфөлә, туған баш ҡалаһында Актерҙар йортонда күрһәтергә тейеш була. Афишалар эленгән, Башҡортостан халҡы күптән көтә. Эйе, ул һис икеләнмәйенсә сығып та китә алыр ине, етмәһә, ул ваҡыттағы режиссер факультеты деканы Олег Борисович Шухер уға вуздың коридорында тороп, был сәфәрҙең ни тиклем мөһимлеген аңлата. Ә йәш режиссер Булат Йосопов дүрт банка пленка киноһы менән үҙ Лос-Анджелесына юллана – Өфөгә! Заманы ла башҡа була бит – кинолар пленкала һаҡлана, бөгөнгө кеүек электрон вариантты төрлө тарафҡа ебәреп булмай...
Нимә генә тимә, Күк кәнсәләрендә бер нимә лә иғтибарҙан ситтән ҡалмай. Бөтәһе лә иҫәптә! 23 йыл үткәс, бына башҡорт режиссеры Булат Йосопов Лос-Анджелесҡа аяҡ баҫты. “Беренсе Республика” фильмы менән. Бөгөн Башҡортостан халҡы ғына түгел, унан ситтә йәшәгәндәр ҙә Булат Тимербай улын тап милли кино, башҡорт темаһын күтәргән режиссер тип белә. Үҙ асылыңа, милли темаға тоғролоҡ уның ижадын тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәргә күтәрһен, яңы офоҡтар асһын! Һирәктәр был юлды һайлай, әммә тап үҙенә таныш, үҙ темаларҙы күтәреүе, милли һыҙланыуҙарҙы сәнғәт телендә һөйләүе менән исемен тарихҡа яҙа.
Фотолар Булат Йосоповтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды.https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/e-kino-t-sh-r-rl-k-tarih-14508/
Читайте нас